Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
16 Март 2021, 13:20

Замандың намыҫы һин, Мөнир ҠУНАФИН!

Яҡташыбыҙ, күренекле яҙыусы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға - 50 йәш

«Әҙәбиәт һөйөүселәргә Мөнир Ҡунафиндың исеме яҡшы таныш. Тормоштоң үҙе кеүек ҡатмарлы, күктең үҙе кеүек ҡатлы-ҡатлы әҫәрҙәрен еңелсә генә уҡып сығыу мөмкин түгел, шуға күрә кәйлә менән ер аҡтарған шахтер кеүек, фекерҙәр һәм уйҙар ҡатламында ҡаҙынырға тура килер. Уның геройҙары көн менән төн, тыуым менән үлем, диуаналыҡ менән бөйөклөк ҡауышҡан сиктә йәшәй. Уларҙы уҡып, күҙ йәшендә йылмайыу барлығын, хәсрәттә шатлыҡ йәшәүен, һалҡындан йылылыҡ бөркөлөүен тойорһоң. Ғөмүмән, Ғафури районындағы гүзәл тау-урмандар, көмөштәй йылғалар менән уратып алынған Сәйетбаба ауылында яҙ башында донъяға күҙҙәрен асҡан егеттең ижадында яҡташтарының күркәм теле, сабыр холҡо, мөләйем ҡылыҡ-фиғеле, донъяға ҡарашы... сағыла. Автор бәләкәй генә булып күренгән ваҡиғаны ла “ҡартайған ҡояш аҫтында” балҡытып ебәреү һәләтенә эйә.» тип яҙып сыҡҡайны бынан бер нисә йыл элек ҡәләмдәше, дуҫы хаҡында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Салауат Әбүзәр... Беҙ Мөнир Ҡунафиндың әҫәрҙәрен уҡыған һайын быға нығыраҡ инанабыҙ. Һине иртәгәң менән ысын йөрәктән ихлас ҡотлайбыҙ! Салауат Әбүзәр әйтмешләй, ҡояш тирәләй илле тапҡыр әйләнеп сыҡҡан ҡәләм әһеленә ҡояшы ҡартаймауын, йөҙөнән йылмайыу китмәүен һәм күңел бөтөнлөгө теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән «Ашҡаҙар»ҙар.
Читайте нас