Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
18 Март 2021, 07:40

ТАБИПҠА ЯҘЫЛЫУ ӨСӨН БЕРҘӘМ НОМЕР ҮҘГӘРӘ

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм 1301 номере 1 апрелдән 122-гә үҙгәртә.

Башҡортостан – Рәсәйҙә 1301 номеры тулыһынса эшләгән берҙән-бер төбәк. Көтөү ваҡыты, ҡағиҙә булараҡ, бер минуттан артмай, ҡыҫҡа номерға шылтыратыуҙарға тариф билдәләнмәй. Табипҡа яҙылыу, өйгә табип саҡыртыу һәм вакцинацияға яҙылыу мәсьәләләре буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 7-гә тиклем шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас