Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
26 Март 2021, 12:05

Граффити оҫталарын саҡырабыҙ!

Стәрлетамаҡта «Урамдарҙың йөҙө» тигән граффити конкурсы старт алды.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар 19 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Унда ҡатнашырға теләүселәр өсөн йәш сикләүе юҡ.
Ҡаланың йәштәр сәйәсәте бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, эштәр өс номинация буйынса ҡабул ителә: «Стәрлетамаҡҡа - 255 йәш!»; «Тыныслыҡ, хеҙмәт, май!»; «Беҙең Еңеү».
Конкурсҡа апрелдә йомғаҡ яһала, ә майҙа инде еңеүселәр үҙ эштәре менән ҡаланың «Башинформсвязь» акционерҙар йәмғиәте телекоммуникацияларын техник файҙаланыу үҙәге
шкафтарын биҙәй аласаҡ. Эскиздарҙы 100х200 см үлсәмдә шкафтарҙың вертикаль урынлашыуын иҫәпкә алып әҙерләргә кәрәк.
Конкурста ҡатнашыу өсөн номинация һайлап алырға, эскиз эшләргә (jpg, gif, cdr, psd, tif, bmp, png форматында) һәм конкурсты ойоштороусыларҙың odm-str106@mail.ru. электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Читайте нас