Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
6 Апрель 2021, 11:25

«БашРТС» мартҡа хаҡтарҙы кәметкән

«БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтләндергән йорттарҙа март айына йылытыу өсөн уртаса иҫәп-хисап суммаһы февраль менән сағыштырғанда 7 процентҡа кәмегән. Мартта түләүҙәрҙе кәметеү яҙғы көндәрҙең йылытыуына бәйле, тип хәбәр итәләр ресурс менән тәьмин итеүсе ойошманан.

«БашРТС» матуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, иҫәп-хисап суммаһына һауа температураһы ғына тәьҫир итеп ҡалмай, ә иһә тотош һәр йорттоң энергия нәтижәлелеге лә йоғонто яһай. Көпләп йылытылған йорттар йылыны күпкә аҙыраҡ ҡуллана.
Компаниянан белдереүҙәренсә, 44 мең абонент өсөн түләүҙәрҙе ҡабаттан иҫәпләгәндәр, сумма март айы квитанцияларында күрһәтеләсәк. Ҡабаттан иҫәпләүҙәр өсөн ғаризалар 15 апрелдә тамамлана. Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙең ҡабаттан иҫәпләп сығарыуға эшкәртелгән ғаризалар статусын «БашРТС» ЯСЙ сайтында ҡарарға була.
Р.ЗАМАНОВА.

Читайте нас