Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков был һорауға, миндә, ике байрамды ҡушып, халыҡты оҙайлы каникулға ебәреү ҡарары тураһында мәғлүмәт юҡ, ә Владимир Путиндың был осорға раҫланған эш планы булыуын теүәл әйтә алам, тип белдереүе тураһында яҙа “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.