Шулай итеп, дәүләт башлығы алда торған бурыстар тураһында 21 апрелдә сығыш яһаясаҡ. Башланыу сәғәте – Мәскәү ваҡыты менән 12.00.
Юғары палатаның вице-спикеры Андрей Яцкин белдереүенсә, сара Манеж үҙәк күргәҙмәләр залында үтәсәк. Быны ил етәксеһенең матбуғат секретары Дмитрий Песков та раҫланы, тип яҙа “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.
Әле журналистар өсөн аккредитация ябылған. Сараны яҡтыртасаҡ хәбәрселәр исемлеге бөгөн билдәле була. Президенттың мөрәжәғәтнамә менән сығышын залда ултырып тыңлар өсөн журналистарға кире һөҙөмтә биргән өс ПЦР тесы үтергә кәрәк ине.