Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
20 Апрель 2021, 04:45

Сараны алдан күргәндә фажиғә булмаҫ ине

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың күрһәтмәһе буйынса республика парламентында пландан тыш сара – “түңәрәк өҫтәл” үтә. Депутаттар хужаһыҙ эттәрҙең һанын көйләү тураһында фекер алышасаҡ.

21 апрелдә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ла был мәсьәләне тикшерергә ниәтләй. Йәмәғәтселәр берәҙек йорт хайуандары һанын көйләүсе төбәк ҡануниәтенең ҡулланышын тикшермәксе.
Эттәрҙе кешегә дуҫ тиһәк тә, кире миҫалдар етерлек бит. Бәләбәй ҡалаһында булған фажиғә лә эле булһа бәғерҙе өҙә…Йорт эте һөжүменән 5 йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө бит. Ә Учалы районының Сәфәр ауылында йыртҡысҡа әүерелгән эттәрҙән 4 йәшлек бала таланып үлгәндән һуң йәмәғәтселек берәҙәк эттәр мәсьәләһен ҡабырғаһы менән ҡуя ла ул. Башҡа урындарҙа бындай хәл-ваҡиғалар булмаҫ тип өҙөп кенә әйтеп булмай әлегә.
Читайте нас