Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
22 Апрель 2021, 06:30

Троллейбустар маршрутын үҙгәртә

Стәрлетамаҡта троллейбустарҙың йөрөү схемаһы ваҡытлыса үҙгәрә.

22 апрелдән Хоҙайбирҙин урамында Элеватор урамынан Совет урамына тиклемге ерҙән алып юлды ремонтлайҙар.
Ҡаланың сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, юлды йүнәтеүгә бәйле 22 апрелдән 3 майға тиклем киске ваҡытта сәғәт 21-ҙән иртәнге 6-ға тиклем автомобиль транспорты хәрәкәте сикләнә.
22 апрелдән 26-на тиклем сәғәт 21-ҙән төнгө 1-гә тиклем 1-се, 2, 6, 13, 14, 17-се һанлы троллейбустар үрҙә атап үткән юл участкаһын Ноғоманов урамы аша урап үтәсәк: Тыныслыҡ-Хоҙайбирҙин-Карл Маркс-Ноғоманов-Вокзал-Хоҙайбирҙин урамы буйлап һәм артабан маршрут буйынса йөрөй.
27 апрелдән 29-на тиклем һәм 2 майҙан 3 майға тиклем сәғәт 21-ҙән һуң 1-се,2,3,6,13,14,17-се һанлы троллейбустар йөрөмәй. Автобус маршруттары хәрәкәте үҙгәрмәй.
Читайте нас