Тауыш биреү
https://2.gorodsreda.ru/ сайтында уҙарыла. Унда 14 йәштән дә кәм булмаған, платформала теркәлгән граждандар ҡатнаша ала. Дәүләт хеҙмәттәре порталы, социаль селтәрҙәр һәм мобиль телефон номеры аша теркәлергә мөмкин. Авторлаштырылғандан һуң ҡулланыусы муниципалитетты һәм үҙенә оҡшаған дизайн-проекттарҙы һайлай аласаҡ. Тауыш биргәндән һуң ҡулланыусының электрон почтаһына уның тауышы иҫәпкә алынғанлығы тураһында раҫлаусы хәбәр килә.