Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
30 Апрель 2021, 12:30

Эстәрле яр буйын матурлау өсөн тауыш бирегеҙ!

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә рейтинглы тауыш биреү башланды. Ул 30 майға тиклем дауам итәсәк. Стәрлетамаҡта йәшәүселәр 2022 йылда Эстәрле яр буйын һәм йәнәшәләге Хоҙайбирҙин һәм Шәфиев урамдары киҫешкән ерҙәге биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса дизайн-проектты һайлай ала.

"Ике йыл дауамында беҙ ҡалабыҙға исем биргән һәм мөһим роль уйнаған Эстәрле йылғаһы яр буйын төҙөкләндерәсәкбеҙ. Күперҙең икенсе яғы ла ҡараулы булһа һәм заманса күренеш алһа дөрөҫөрәк булыр ине. Беҙ унда ял итеү зонаһы булдырырға, спорт маҙандары һәм урам тренажёрҙары, яҡтыртҡыстар һәм башҡа күп нәмәләр ҡуйырға уйлайбыҙ. Хөрмәтле ҡала халҡы, был биләмәнең күренеше һеҙҙән тора, фәҡәт һеҙ тәҡдим ителгән варианттарҙан үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап тауыш бирә алаһығыҙ", - тип өндәшә ҡала алҡына ҡала етәксеһе Владимир Куликов.
Тауыш биреү https://2.gorodsreda.ru/ сайтында уҙарыла. Унда 14 йәштән дә кәм булмаған, платформала теркәлгән граждандар ҡатнаша ала. Дәүләт хеҙмәттәре порталы, социаль селтәрҙәр һәм мобиль телефон номеры аша теркәлергә мөмкин. Авторлаштырылғандан һуң ҡулланыусы муниципалитетты һәм үҙенә оҡшаған дизайн-проекттарҙы һайлай аласаҡ. Тауыш биргәндән һуң ҡулланыусының электрон почтаһына уның тауышы иҫәпкә алынғанлығы тураһында раҫлаусы хәбәр килә.
Кемдәр компьютер йәки Интернет селтәре аша тауыш бирә алмай, уларға тауыш бирергә электрон планшеттар ярҙамында ирекмәндәр ярҙам итәсәк. Стәрлетамаҡта 4 урында тауыш биреү нөктәһе ойошторолған: икәүһе Ҡала мәҙәниәт һарайы майҙандарында (Октябрь проспекты, 35 һәм Туҡаев урамы,9);Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе майҙанында (Ленин проспекты, 30в); «Салауат» кинокомплексы алдындағы майҙанда (Комсомол урамы, 80). Был нөктәләр көн һайын эшләйәсәк.
Тауыш биреүгә 30 июнгә тиклем йомғаҡ яһаласаҡ.


Читайте нас