Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
30 Апрель 2021, 12:10
«Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылығыҙ!
Башҡортостанда «Үлемһеҙ полк»та онлайн-ҡатнашыу өсөн 29700 ғариза теркәлгән.Быйыл Үлемһеҙ полк онлайн форматта үтә. Бының өсөн ата-бабаларыбыҙҙың фотоһын https://2020.polkrf.ru/ адресы буйынса беркетеп, геройығыҙ тураһындағы анкетаны тултырығыҙ.
«Үлемһеҙ полк онлайн» акцияһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү
2021.polkrf.ru
сайты «Хәтер банкы» ресурсында һәм шулай уҡ «Одноклассники» һәм «ВКонтакте» социаль селтәрҙәрендәге мини-ҡушымталарҙа бара.
Фотоһүрәттәр 9 май көнө бар илдең медиаэкрандарында күрһәтеләсәк. Шулай уҡ онлайн-кинотеатрҙар, телеканалдар эфирында, социаль селтәрҙәрҙә, «Бессмертного полка России» порталында трансляциаланасаҡ.
Ветерандарҙың ҡаһарманлығы тураһында яҙырға теләгән һәр кем социаль селтәрҙәрҙәге диуарында #Бессмертныйполк2020, #Бессмертныйполконлайн, #ДеньПобедыдома, #9маявсети, #9маЯпомню хештегы менән яҙып ҡуя ала.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә "Үлемһеҙ полк" акцияһы онлайн режимда ғына үткәйне, 2021 йылға күсерелә, тигәйнеләр.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"