Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
2 Май 2021, 06:19

Әллә Өфөгә бараһы, әллә бында ҡалаһы...

Өфөлә май байрамдарында спектаклдәрҙе ярты хаҡҡа ҡарарға мөмкин

Бөйөк Еңеү көнө уңайынан Өфө «Нур» татар театры тамашасыларға көтөлмәгән бүләк әҙерләгән! 5-9 майҙа яратҡан спектаклдәрҙе ярты хаҡҡа ҡарарға мөмкин.
«Туй алдыннан», «Әсәйемдең аҡ күлдәге», «Айгөл иле», «Ул ҡайтты» һәм «Еңеү төҫө яҙҙарҙа» спектаклдәренә 50% ташлама менән билеттар һатыла башланы.
Касса иртәнге сәғәт 10-дан киске 8-се 30 минутҡа тиклем тәнәфесһеҙ һәм ял көндәрһеҙ эшләй. Был хаҡта "Башинформ" агентлығы хәбәр итте.
Читайте нас