Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Белмәй ҡалмағыҙ
4 Мая 2021, 11:30

Эстәрле буйын матурлау өсөн тауыш бирегеҙ!

Стәрлетамаҡтар үҙҙәренә оҡшаған проект дизайнын һайлай ала. #стерлитамак #ФКГС #Городаменяютсядлянас

26 апрелдән «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә Эстәрле йылғаһы ярына барып тоташҡан Хоҙайбирҙин һәм Шәфиев урамдары киҫешкән урындағы биләмәне 2022 йылда төҙөкләндереү проектына дизайн һайлау буйынса рейтинглы тауыш биреү старт алды.
Үҙеңә оҡшаған дизайн өсөн https://2.gorodsreda.ru/ платформаһында тауыш бирергә була. Мотлаҡ үҙең йәшәгән төбәкте һайлап, «Голосовать за свой город» төймәһенә баҫырға, оҡшаған объектҡа тауыш биреү өсөн «Узнать подробности и проголосовать» төймәһенә баҫырға кәрәк. Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһы ярҙамында йәки телефон номеры буйынса авторлаштырыу талап ителә;
Кемдәр интернетҡа инә алмай, уларға туыш бирергә
волонтёрҙар ярҙам итәсәк.
Стәрлетамаҡ буйынса 4 нөктә ойошторолған: Ҡала мәҙәниәт һарайында ике (Октябрь проспекты, 35 һәм Туҡаев урамы, 9), берәүһе Стәрлетамаҡ дәүләт театр концерт берләшмәһендә (Ленин проспекты, 30в) һәм йәнә берәүһе «Салауат» кино комплексы алдындағы майҙанда (Комсомол урамы, 80). 40 волонтёр электрон планшеттар ярҙамында ҡала халҡына һайларға ярҙам итә. Һайлау нөктәләре тауыш биреү барған ваҡытта көн һайын эшләйәсәк.
Тауыш биреү барышы һәм проекттарҙың артабан бойомға ашырылыуы тураһында хәбәр алыу өсөн телефон номерын, исем-шәрифтәр һәм электрон почтаны (теләк буйынса) хәбәр итеү талап ителә.

Тауыш биреүгә 31 майҙан 30 июнгә тиклем йомғаҡ яһала. 2022 йылда туранан-тура эшкә тотоноу өсөн октябрҙә подрядсы ойошмалар һайлап алыу буйынса процедураларҙы тамамлау планлаштырыла. БР Торлаҡ коммуналь хужалығы министрлығы мә!ғлүмәттәре буйынса
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас