Ҡаланың биләмәләр менән эш буйынса бүлеге ошо турала белдерә.
7 майҙа Первомайский ҡасабаһында 19-сы мәктәп биләмәһендә концерт була. Ҡала халҡы өсөн «Водолей» вокаль-инструменталь ансамбле, «Авангард» заводы ветерандары хоры һәм 19-сы мәктәп уҡыусылары сығыш яһай. Сара сәғәт 18-00-дә башлана.
9 майҙа, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 76 йыллығын байрам иткән көндә «Ашҡаҙар» һәм «Төньяҡ» (Строймаш ҡасабаһы) биҫтәләрендә фронт бригадаһы һуғыш йылдары йырҙары һәм таҡмаҡтары менән сығыш яһай. Ашҡаҙар аръяғында артистар сәғәт 13-00-дә, Строймашта 14-00-дә концерт ҡуя.
9 майҙа Шахтау ҡасабаһының 9-сы мәктәп биләмәһендә «Буревестник» балалар-үҫмерҙәр клубында тәрбиәләнеүселәре сәғәт 15-00-дә халыҡ алдында йырлы-бейеүле концерт менән сығыш яһай.