Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
10 Май 2021, 07:00

Сер сиселде

Сер сиселде ниһайәт. исеме уның – Хәят!Һуңғы ике йылда, бәлки артығыраҡтыр ҙа, беҙҙең «Ашҡаҙар» гәзитендә баҫылған һәр мәҡәләгә тиерлек үҙ мөнәсәбәтен белдергән Шагарбану Нилованың кем булыуын белә алмай йонсой инек. Ул беҙҙең яҡташ ҡәләмдәшебеҙ, абруйлы шәхес , әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булған Хаят Сәғит ҡыҙы Йосопова булып сыҡты.

Йосопова Хаят Сәғит ҡыҙы 1950 йылдың 13 ноябрендә Ишембай ҡалаһында тыуған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (13.09.1999). Башҡортостан Республикаһы Мәғлүмәт министрлығының Почет грамоталары (28.04.1995, 30.11.1997йй.), Рәсәй Дәүләт Статистика комитетының "2002 йылғы Бөтә Рәсә халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн" Знагы (30.06.2003) менән бүләкләнгән.
.Хеҙмәт юлын Ишембай ҡалаһының 4-се мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. 1981 йылдан - Ишембай ҡалаһы һәм районының "Восход" гәзитендә тәржемәсе, 1986 йылдан - башҡорт гәзите буйынса мөхәррир урынбаҫары, 2001 йылдан "Торатау" гәзите мөхәррире. 1991 - 1995 йылдарҙа Ишембай ҡала Советы депутаты, 1993-1995 йылдарҙа Ишембай ҡала Советы рәйесе урынбаҫары. 1989 йылда "Юрматы" башҡорт халыҡ үҙәген ойошторусыларҙың береһе, үҙәк рәйесенең мәғлүмәт баҫмалары менән бәйләнеш урынлаштырыу буйынса урынбаҫары була.
Минең был йомаҡты нисек сисеүем ҡалғандарға сер булһын! Ә Шагарбану Нилова яуапты тиҙ табыр, моғайын…
Фото: интернеттан алынды.
Читайте нас