Быйыл Өфөнөң “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә намаҙ уҡыу бүлмәһе асылыуы һөйөндөргәйне. “Юлсы” проектына (етәксеһе – Алмас Вәлиев) ярашлы, республика райондарында модулле ғибәҙәт бүлмәләренең ҡуйылыуы – был йәһәттән тағы бер ҙур ваҡиға. Ошо көндәрҙә сираттағы ғибәҙәтхана Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин, яҡындағы райондарҙың имам-мөхтәсибтәре, урындағы халыҡ, имамдар ҡатнашлығында Дәүләкән ҡалаһы эргәһендә асылды. Ул заманса йыһазландырылған, ҙурлығы – 4х 2,4 метр. Мәсеттә бер юлы бер нисә кеше намаҙ уҡый ала.