Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
12 Май 2021, 06:15

Йәмле майҙың наҙы, нуры күскән төҫлө һинең булмышҡа…

ҠОТЛАЙБЫҘ!Ишембай ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған туғаныбыҙ Рита Ғаяз ҡыҙы ХӘБИРОВАНЫ күркәм юбилейы менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ!

Һин барлыҡ ғүмереңде яратҡан эшеңә бағышлаған юғары категориялы массажист, ирең Илгиз Өлфәт улы менән ике бала үҫтереп, ҙур тормош юлына сығарҙығыҙ. Шулай уҡ һинең ярҙамсыл булыуыңды, ихласлығыңды, ғәҙеллек сифатыңды, рухиәт байлығыңды билдәләп үтәбеҙ. Ошондай һоҡланғыс булмышың өсөн беҙ һине хөрмәт итәбеҙ һәм ысын йөрәктән яратабыҙ.
Матур ғүмер байрамың айҡанлы һиңә иҫәнлек, ғаилә именлеге, эшеңдә уңыштар теләйбеҙ! Изге хыялдарың тормошҡа ашһын! Беҙҙе ҡыуандырып, балаларыңдың уңыштарына, ғаилә бәхетенә һөйөнөп йәшә!
Йәмле майҙың наҙы, нуры
Күскән төҫлө һинең булмышҡа.
Мөләйем һәм итәғәтле булып,
Балҡып йәшә әле тормошта.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән ҡустың Ильяс, апайың Римма һәм уның балалары.
Читайте нас