Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
14 Май 2021, 07:10

“Сорғот нефть-газ” эшкә саҡыра

20 майҙа Стәрлетамаҡтың мәшғүллек үҙәгендә "Сорғот нефть-газ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн (Лянтор вышка монтажлау идаралығы) вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла.

Компанияға электр газ иретеп йәбештереүсе, электр ҡорамалдарын йүнәтеү һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, вышка монтажлаусы-иретеп йәбештереүсе, вышка монтажлаусы-электромонтер, автомобиль водителе (Е категорияһы) талап ителә. Эш вахта ысулы менән. Эш хаҡы 75 меңдән алып 90 мең һумға тиклем.
Вакансиялар йәрминкәһе көндөҙгө сәғәт 11-ҙә Карл Маркс урамы, 101 (2-се ҡат) адресы буйынса була.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас