Мин тапшырыуҙы ҡарағанда яҡташыбыҙ өсөн сикһеҙ ғорурланыу тойғоһын кисерҙем. Ул ысын мәғәнәһендә – супер! Ләкин конкурс шарты буйынса жюри ағзалары 2 йырсыны ғына күрһәтергә тейеш булғанлыҡтан, улар өҫтөнлөктө 70-80 йәште уҙған башҡарыусыларға бирҙе. Артабан проектта ҡатнаша алмаһа ла, Ғафуан Фазуллиндың сығышы иң шәбе булыуын инҡар итеп булмай. Беҙ уның һымаҡ эшенә мөкиббән бирелгән талантлы артистар менән замандаш булыуыбыҙ менән бәхетле.