СанПин буйынса, әгәр бинала һауа температураһы +28,5 градусҡа тиклем күтәрелһә, эш көнөн бер сәғәткә, +29 градус булһа, ике сәғәткә, +30,5 градусҡа етһә, дүрт сәғәткә ҡыҫҡартырға кәрәк.
Температура ныҡ түбән - 26,5–27,5 градус булһа ла эш ваҡытын ҡыҫҡартырға рөхсәт ителә. Ләкин был ҡағиҙә эше даими атлап йөрөү, физик эш, шулай уҡ ауыр әйбер күтәреү менән бәйле хеҙмәткәрҙәргә генә ҡағыла.
Эштән иртәрәк сығыу өсөн нимә эшләргә? Үлсәү протоколын тултырырға кәрәк. Һуңынан ирекле рәүештә бойороҡ төҙөргә, шунан ҡайтырға мөмкин.
Хеҙмәт хаҡы кәмемәй.
Сығанаҡ: Уфа1.ру