Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
19 Май 2021, 06:15

Хакимиәткә белгестәр кәрәк

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте муниципаль хеҙмәттә 2 вакант вазифаны биләүгә конкурс иғлан итә. Мэрияның сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлегенә һәм мәғлүмәт технологиялары бүлегенә баш белгестәр талап ителә.

Кандидаттарға квалификациялы талаптар: профессиональ белемдең булыуы; стажға талаптар ҡуйылмай.
Конкурс шәхси әңгәмәләшеү юлы миенән уҙғарыла. Вазифа биләүгә конкурстар 8 июндә сәғәт 15.00-дә ҡала хакимиәтендә 301-се бүләмәлә уҙғарыла.
Документтар 4 июнгә тиклем 224-се бүлмәлә көн һайын сәғәт 15-30-ҙан 17-00-гә тиклем (ял көндәренән башҡа) ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефондар: 24-10-26, 24-51-87.

Читайте нас