Шулай ҡала мәктәптәрендә, лицейҙарында һәм гимназияларында яҡшы уҡыған балалар «Башҡортостан пионерҙары» балалар ойошмаһы ағзалары булып китте. Сара өс матур датаға – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығына, ҡалабыҙҙың 255 йыллығына һәм Пионерия көнөнә арналды. «Башҡортостан пионерҙары»ның ҡала бүлеге рәйесе Наталья Солтанова белдереүенсә, Стәрлетамаҡта 7,5 мең пионер иҫәптә тора икән. Сарала шулай уҡ маҡтаулы ҡунаҡтар: ҡала мәғариф бүлегенең әйҙәүсе инспекторы Альмира Юнеровна Сәйфетдинова, пионер хәрәкәте ветерандары Евгения Александровна Кудрявцева һәм Фаина Рәис ҡыҙы Зәбирова ҡатнаштылар. Уларҙың һәр береһе пионерҙар сафына яңы ҡабул ителеүселәрҙе ихлас ҡотланы һәм пионер тигән маҡтаулы исемгә тап төшөрмәҫкә саҡырҙы. Муйындарға йәйғор төҫөндәге галстуктар бәйләнгәс улар күмәкләшеп илебеҙҙең лайыҡлы пионерҙары булырға ант иттеләр. Жуков бюсына сәскәләр һалдылар Бөгөндән алып уҡыусыларҙың сағыу пионер тормошо башлана ла инде. Әйткәндәй Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы бөгөн уларға махсус бүләк әҙерләгән.