Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Белмәй ҡалмағыҙ
21 Мая 2021, 05:15
Татарстанда Башҡорт киноһы көндәре уҙғарыла
25 һәм 26 майҙа Татарстан Республикаһында Башҡорт киноһы көндәре уҙғарыла. Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, рус телендә өс фильм күрһәтелә:
—
«Ҡырағай»
ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы (режиссеры – Фәрзәнә Утарбаева);
— «Гильза» ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы (режиссеры – Динара Әбдрәшитова);
— «Алтын һарай» йәнһүрәте (сценарий авторы һәм режиссеры – Риф Шәрәфетдинов).
25 майҙа – Камские Поляны ҡасабаһында «Чулман-Су» кинотеатрында, 26 майҙа Ҡазанда «Мир» кинотеатрында күрһәтелә.
Инеү ирекле.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"