Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
21 Май 2021, 10:20

Ял көндәрендә ике урамда юл ябыла

Ял көндәрендә 22 майҙа һәм 23 майҙа сауҙагәр йәрминкәһен һәм ярыммарафон уҙғарыуға бәйле ике юл участкаһында хәрәкәт ябыла. Был турала сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлеге хәбәр итә.22 майҙа сәғәт 10-00-дән 16-00-гә тиклем Хоҙайбирҙин урамында тыныслыҡ урамынан Карл Маркс урамына тиклемге өлөшөндә хәрәкәт ябыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Салауат» кинокомплексы алдында йәйәү йөрөү зонаһында сауҙагәр йәрминкәһе уҙғарыла.
Юл ябылған ваҡытта троллейбустар йөрөү:
- 1,2-се маршруттар – Колхоз баҙары – Ленин проспекты – СК заводы – Сода – троллейбус депоһы – Тимер юл вокзалы ҡулсаһы һәм кирегә табан;
- 3-сө маршрут – Колхоз баҙары – Көнкүреш йорто – Тимер юл вокзалы – «Лев Толстой урамы» туҡталышы – Ленин проспекты – Первомайский – Ленин проспекты – Колхоз баҙары.
45-се автобус маршруты Богдан Хмельницкий һәм Сакко һәм Ванцетти урамыан урап йөрөйәсәк.
23 майҙа сәғәт 8-30-ҙан 15-00-гә тиклем «БСК ярышы» хәйриә ярыммарафоны уҙғарылыуға бәйле Ленин проспектының Якутов урамынан Мәңгелек ут һәйкәленә тиклемге өлөшөндә юл ябыла.
Троллейбустар хәрәкәте:
- 1,2-се маршруттар – Колхоз баҙары – Почта – троллейбус депоһы – Сода – СК заводы һәм кирегә табан;
- 3-сө маршрут – Колхоз баҙары – Почта – СК заводы – Сода – троллейбус депоһы – Тимер юл вокзалы – “Мәңгелек ут” ҡулсаһы – Тимер юл вокзалы – Колхоз баҙары;
- 7, 8-се маршруттар – Дауахана ҡаласығы – Октябрь проспекты – Тимер юл вокзалы – троллейбус депоһы – Барий производствоһы – Сода – троллейбус депоһы – Тимер юл вокзалы – Октябрь прспекты – Дауахана ҡаласығы;
- 13,14-се маршруттар – ВТС – Колхоз баҙары – Октябрь проспекты – автовокзал – 27-се ашхана – “СК” ҡулсаһы һәм кирегә табан;
- 16-сы маршрут – Дауахана ҡаласығы – Коммунистик урамы – автовокзал – 27-се ашхана – Первомайский – 27— се ашхана – автовокзал – Артём урамы – Дауахана ҡаласығы.
32, 34, 35, 41, 44, 45-се һанлы автобус маршруттары Дуҫлыҡ урамы буйлап урап йөрөйәсәк.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас