Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Белмәй ҡалмағыҙ
26 Мая 2021, 11:10
Поликлиника ваҡытлыса күсерелә
Стәрлетамаҡта 30 майҙан Совет урамы, 96 адресы буйынса урынлашҡан балалар поликлиникаһында пациенттарҙы ҡабул итеү ваҡытлыса туҡтатылып тора. 31 майҙан пациенттар Революцион урамы, 4 («Техникум» туҡталышы) адресы буйынса ҡабул ителә, тип хәбәр итәләр балалар дауаханаһынан.
Регистратураның телефон номерҙары элеккесә ҡала: 30-20-08, 30-20-46. Һорауҙар менән поликлиника мөдире Ҡанбәкова Роза Рауил ҡыҙына 30-20-54 номерына шылтыратырға мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл башында Совет урамындағы балалар поликлиникаһы бинаһында капиталь ремонт башланғайны. Балалар травмпункты февраль айында уҡ Коммунистик урамы, 82-се йорт адресы буйынса балалар поликлиникаһы бинаһына күскәйне.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"