Башҡортостан делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй. Форум сиктәрендә республика 20 килешеүгә ҡул ҡуйырға иҫәп тота. Улар араһында әле төҙөлөп ятҡан Көнбайыш сығыу юлында (“Восточный выезд”) Өфөнө М-5 “Урал” федераль трассаһына тоташтырыу өсөн яңы һыҙат булдырыу тураһында ВТБ банкы һәм ҙур күләмле инвестициялар һалыу буйынса Башҡорт сода компанияһы (БСК) менән килешеүҙәр ҙә бар.