Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
3 Июнь 2021, 11:35

Июндә – байрам һәм ял көндәре

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында июнь айындағы оҙайлы ял көндәре тураһында иҫкә төшөрҙөләр. Был Рәсәй көнөн байрам итеүгә бәйле. Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 12 июнь – Рәсәй көнө байрам көнө булып тора.

2021 йылда 12 июнь аҙна һайын ял итә торған шәмбе көнөнә тап килә. Ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта ял көнө байрамдан һуң килгән эш көнөнә күсерелә. Шуға ярашлы, 12 июндәге ял көнө шәмбенән дүшәмбегә - 14 июнгә күсерелә.
Шулай итеп, Рәсәй көнөн байрам итеүгә бәйле, биш көнлөк эш аҙнаһында 12, 13 һәм 14 июнь ял көндәре булып тора. Йома көндө эш ваҡыты 11 июнь бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Р.ЗАМАНОВА.

Читайте нас