Йәйҙең йәмле көнөндә һөйөклө ҡатыны Гүзәл ҡыҙҙары Раушания менән улдары Айбулат янына тағы ла бер баһадир малай алып ҡайтты. Күркәм ғаиләгә сәләмәтлек, мөхәббәт һәм бәхет теләйбеҙ! Ҡотлауыбыҙҙы Гөлфиә Юнысованың шиғыр юлдары менән ҡеүәтләп ҡуябыҙ:
Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты ,
Өйөбеҙгә ҡояш ҡалҡты:
Аҡ биләүҙә серле йомаҡ,
Илауы ла моңло һымаҡ.
Бәпес ҡайтты,бәпес ҡайтты,
Мәшәҡәт һәм шатлыҡ артты.
Башлана бер яңы ғүмер.
Ниҙәр белер, ниҙәр күрер?!
Күҙкәйҙәре - ике сатҡы,
Үтер юлы булһын яҡты.
Тыуған өйгә, тыуған ергә
Хужа булып бәпес ҡайтты.