Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
11 Июнь 2021, 02:35

Стәрлетамаҡта Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар ҡасан һәм ҡайҙа сығыш яһаясаҡ?

Башҡортостанда 3 июлдән 10-на тиклем VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасаҡ. Республикаға 48 илдән 2 000 самаһы ҡатнашыусы килеүе көтөлә. Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар Өфөлә генә түгел, 22 муниципалитетта, шул иҫәптән Стәрлетамаҡта ла сығыш яһаясаҡ.

Фольклориада программаһына ярашлы, Стәрлетамаҡта концерт программаһы 6 июлдә Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда була. Сара сәғәт 12.00-дән 17.00-гә тиклем барасаҡ. Стәрлетамаҡта Словакия, Испания, Колумбия, Мексика, Болгария һәм Израилдән ижад коллективтары сығыш яһаясаҡ.
Концерттарҙан тыш, ойоштороусылар фестиваль ҡунаҡтары өсөн күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, интерактив майҙансыҡтар эштәрен, ҡатнашыусыларҙың костюмлаштырылған парадын әҙерләй. Бөтә концерт программалары open-air форматында уҙғарыласаҡ. Инеү бушлай, битлек режимын үтәү мотлаҡ.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас