Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
21 Июнь 2021, 13:05
Президентҡа тура эфир аша һорау бирегеҙ!
Президент Владимир Путин тура эфирҙа халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк, тип белдерә Кремлдең матбуғат хеҙмәте. Сара 30 июнгә билдәләнгән. Тура эфирҙа аралашыу урындағы ваҡыт менән 14.00 сәғәттә башлана.
Президентты “Беренсе”, “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24”, НТВ, ОТР, “Мир” телеканалдары аша ҡарарға һәм “Маяк”, “Вести FM” һәм “Рәсәй Радиоһы” радиостанциялары тыңларға мөмкин буласаҡ. Ә әлегә Рәсәй Президентына алдан һорау биреүҙең өс юлы бар:
Смартфон йәки планшетта “Мәскәү-Путинға” (“Москва-Путину”) мобиль ҡушымтаһы аша;
Москва-Путину.РФ
йәки
Moskva-Putinu.ru
. сайттары;
0-40-40 номерына смс-хәбәр ебәрергә йәки 8-800-200-40-40 телефонына шылтыратырға була. Әйткәндәй, шылтыратыу бушлай.
Бынан тыш һеҙ уға “ВКонтакте” һәм «Одноклассники» социаль селтәрҙәр аша ла һорау ебәрә алаһығыҙ.
Автор:
Римма Галимова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"