Йәшлек – ул һәр кешенең тормошонда һоҡланғыс мәл! Һеҙҙең тормош юлығыҙ – башланып, ә көсөгөҙ, энергияғыҙ ташып тора, һеҙҙе яңы асыштар, ҡаҙаныштар көтә, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн пландарығыҙ һәм мөмкинлектәрегеҙ ҙә етерлек!
Стәрлетамаҡ йәштәре – иң әүҙем, маҡсатҡа ынтылышлы халыҡ! Һеҙҙең иңдәрҙә уңышлы башланғыстар, ижади һәм һөнәри оҫталыҡ конкурстарында, шулай уҡ спорт ярыштарында бихисап еңеүҙәр ята.
Стәрлетамаҡтың аҫыл егеттәре һәм ҡыҙҙары! Һеҙгә бәхет һәм бар башланғыстарығыҙҙа ла уңыштар теләйем! Маҡсаттарығыҙ юлында алға табан ҡыйыу барығыҙ, хыялығыҙға ышанығыҙ, ҡала, республика һәм илебеҙ мәнфәғәтендәге иң ҡыйыу пландарығыҙҙы һәм проекттарығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ!
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.