Әйберҙәр банкына граждандар кейемдәр, аяҡ кейеме һәм башҡа үҙҙәренә ярамаған, йәки кәрәк булмаған нәмәләр тапшыра ала. Ә үҙ сиратында мохтаж булыусылар бында килеп үҙҙәренә кәрәктәрен һайлап ала.
Әйберҙәр банкы ҡалабыҙҙың Яҡутов урамы, 9 Б адресы буйынса урынлашҡан. Тағы ла өҫтәмә ҡабул итеү пункттары эшләй, улар контейнер формаһында эшләнгән һәм сауҙа үҙәктәрендә ҡуйылған. Контейнерҙарға бер кем менән дә контактта булмайынса әйберҙәрҙе ҡалдырып китә алаһығыҙ. Был донъялағы эпидемиологик торошто иҫәпкә алғанда тағы ла уңайлыраҡ ысул.
Фото - интернет-портал "CityOpen"