+15 °С
Болотло
2020 йылдың ноябрендә Өфөнөң Көньяҡ өлөшөндә Ағиҙел йылғаһы аша өҫтәмә күпер сафҡа индерелде. Технологик яҡтан ҡоролма ил кимәлендә уникаль һанала. Төҙөлөш барышында ике яҡтан да транспорт хәрәкәте туҡтатылманы, ҡыҫынҡы шарттарҙа күтәрелде. Биләмәлә реконструкция эштәре дауам итәсәк. 1956 йылғы күперҙе тулыһынса яңыртыу бурысы ҡуйылған.
«Өфөнөң Көньяҡ ҡапҡалары» тип исемләнгән ҙур проект тормошҡа ашырыла башлай. Уға ярашлы Пугачев, Рыленко урамдарында реконструкция үтәсәк. Әлегә М-5 трассаһына илткән магистралгә көсөргәнеш ҙур. Шуға төп юлды дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү, ике кимәлдәге развязка төҙөлөшө ҡаралған. Транспорт инфраструктураһындағы үҙгәрештәр автоһәүәҫкәрҙәргә ваҡытлыса ҡаршылыҡтар килтерәсәк.