Бөтә яңылыҡтар

Рәсәйҙә KFC ресторандарының эшмәкәрлеге туҡтатыла

Yum! Brands Рәсәйҙә KFC ресторандарының операцияларын туҡтата һәм үҙенең төп франшиза алыусы менән Pizza Hut ресторандарының эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында килешеү әҙерләй. Был хаҡта компанияның сайтында хәбәр ителә.

Рәсәйҙә KFC ресторандарының эшмәкәрлеге туҡтатыла
Рәсәйҙә KFC ресторандарының эшмәкәрлеге туҡтатыла

KFC рәсми белдереүендә әйтелеүенсә, компания ошо ҡарарҙы Украиналағы ваҡиғалар менән бәйләй.

«Рәсәйҙә бөтә инвестицияларҙы һәм ресторандарҙы үҫтереү туҡтатыла, Рәсәйҙәге операцияларҙан килгән килем гуманитар маҡсаттарға йүнәлтелә», — тиелә белдереүҙә.

Дөйөм алғанда, илебеҙҙә меңгә яҡын KFC тиҙ хеҙмәтләндереү рестораны һәм 50 Pizza Hut пиццерияһы иҫәпләнә. 2022 йылдың башына Башҡортостанда 19 KFC рестораны булған.

Бынан алда «Макдоналдс» компанияһы үҙ ресторандарының эшен туҡтатырға хәл итеүе тураһында белдергәйне. Республикабыҙҙа ғына ошондай 12 ресторан бар.

Ә Башҡортостанда санкциялар һөҙөмтәһендә ябылған «Макдоналдс» һәм KFC ресторандарына алмаш табылды.

«Инвестиция сәғәте»ндә күрһәтелгән компанияларҙың береһе «Макдоналдс»ты ла, KFC-ҙы ла алмаштырырға мөмкин. Үҙеҙҙең сеймалдан продукция етештергән компанияларға ихтыяж арта. Ошо баҙарҙы тулыһынса ҡаплай алабыҙ. Бында проблемалар юҡ», — тип белдерҙе Башҡортостан вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 9 мартта хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас в