Бөтә яңылыҡтар

«Аэрофлот» 2 апрелдән Иранға даими осоштарҙы тергеҙә

«Аэрофлот» авиакомпанияһы 2 апрелдән Airbus A321 самолёттарында Ирандың Тегеран ҡалаһына даими осоштарҙы тергеҙә.

«Аэрофлот» 2 апрелдән Иранға даими осоштарҙы тергеҙә
«Аэрофлот» 2 апрелдән Иранға даими осоштарҙы тергеҙә

Компанияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, рейстар аҙнаһына ике тапҡыр башҡарыла. Мәскәүҙән Тегеранға рейстар — шаршамбы һәм шәмбе, ә кире йүнәлештә — кесе йома һәм йәкшәмбе көндәрендә.

Бынан алда «Аэрофлот» Бишкәккә һәм Ошҡа (Ҡырғыҙстан), Баҡыға (Азербайжан) осоштарҙы тергеҙҙе. 22 марттан Ереванға (Әрмәнстан) рейстар башлана. Баҡыға һәм Ереванға осоштар Sukhoi Superjet 100 самолётттарында башҡарыла. 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас в