Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
23 Март 2022, 14:00

«Аэрофлот» 8 апрелдән Мәскәүҙән Шри-Ланкаға даими рейстарҙы тергеҙә

«Аэрофлот» 8 апрелдән  Мәскәүҙән Коломбоға (Шри-Ланка) даими рейстарҙы тергеҙә. Был хаҡта РИА Новости пассажир ташыусының матбуғат хеҙмәтенә һылтанып хәбәр итте.

«Аэрофлот» 8 апрелдән Мәскәүҙән Шри-Ланкаға даими рейстарҙы тергеҙә
«Аэрофлот» 8 апрелдән Мәскәүҙән Шри-Ланкаға даими рейстарҙы тергеҙә

«Шри-Ланкаға (Коломбо) даими рейстарға билеттар һатыла башланы. Рейстар 8 апрелдән Airbus А330 самолеттарында аҙнаһына өс тапҡыр башҡарыла», — тиелә белдереүҙә.

Мәскәүҙән Коломбоға — шаршамбы, йома һәм шәмбе, Коломбонан Мәскәүгә кесе йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә осорға мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: