Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
15 Июнь 2022, 17:50

Милектең хаҡын кәметеп күрһәтеү – законһыҙ

РФ Һалым кодексының “Күсемһеҙ милек объекттарын һатҡандан алынған килемгә һалым һалыуҙан бушатыу үҙенсәлектәре” тигән 217.1 статьяһына ярашлы, түбәндәге килемдәргә һалым һалынмай:

- өс йыл үткәндән һуң мираҫ буйынса  ғаилә ағзаһына йәки яҡын туғаныңдан мираҫ булып ҡалған осраҡта;

- хосусилаштырған осраҡта;

- килешеү буйынса ғүмерлек һеҙҙең елкәлә  булғанда;

- һалым түләүсенең милкендә икенсе торлағы булмағанда;

- биш йылдан артыҡ ҡулланмаған осраҡта  мөлкәтте һатҡанда һалым түләргә кәрәкмәйәсәк. Бынан тыш, һатып алыу-һатыу килешеүендә милектең хаҡын түбәнерәк күрһәтеп, һалым түләүҙән ҡотолорға кәрәкмәй. Ошо рәүешле һалымды кәметергә маташыу – хата фекер. Сөнки һалым түләүсенең мөлкәтен һатҡандан һуң килеме объекттың кадастр хаҡынан кәмерәк булһа, шунда уҡ шик тыуа, сөнки милектең кадастр хаҡы, ғәҙәттә, яҡынса уның баҙар хаҡына тап килә. Һатып алған милектең хаҡын кәметеп күрһәтеү – закон боҙоу була һәм яуаплыҡҡа тарттырыуға нигеҙ булып тора.

Р ҒӘЛИМОВА.

Милектең хаҡын кәметеп күрһәтеү – законһыҙ
Милектең хаҡын кәметеп күрһәтеү – законһыҙ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: