Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
4 Июль 2022, 18:35

Геройҙары тормоштан алынған

  Яңыраҡ ҡалабыҙҙың Абдулҡадир Инан исемендәге китапханаһында  билдәле яҙыусы Гөлсирә Гиззатуллина ижадына арналған “Яҙыусының күңел утрауы” исемләнгән әҙәби ҡунаҡхана үтте. Сарала  “Етегән йондоҙ” клубы ағзалары, Ағинәйҙәр,  нәфис әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.

 

 - Гөлсирә Ғиззәтуллина 1957 йылдың 4 июлендә Үзбәкстандың Ҡаған ҡалаһында тыуған.1979 йылда БДУ ты тамамлағандан һуң «Башҡортостан» гəзите редакцияһыда, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә, «Башҡортостан ҡыҙы», «Ватандаш» журналдарында эшләй. Һуңынан ныҡлап əҙəби ижадҡа һəм профессиональ рəүештə тəржемə менəн шɵғɵллəнеүгә күсә, - тип башланы сараны китапханасы Нәзифә Иҫәнғужина..
 Әйткәндәй, китапханала яҙыусының бөтә китаптары ла бар икән: “Йɵҙ ҙə бер ғүмерем”, “Күңел утрауы”, “Тормош шау сəскəлə”, “Йәннәт һулышы”, “Йәшәргә ваҡыт”. «Һөйөү доғаһы»…

 

Бына ошо китаптарҙы уҡыған бер төркөм әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылғайны сараға. Тәүге һүҙҙе мәғариф алдынғы, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән хеҙмәт ветераны  Әсмә Яхина алды. Ул яҙыусының «Һәҙиә» романы буйынса һүҙ алып барҙы. Сәйәси золом ҡорбандарының береһе булған башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина 1937 йылда ҡулға алына, ире халыҡ дошманы булараҡ атып үлтерелә.Биш йыл лагерҙа ултырып ҡайтҡандан һуң Дәүләтшинаға Бөрөлә генә йәшәргә рөхсәт ителә, уға әҙәби һәм педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тыйыла. Әсмә апай романдағы ваҡиғаларҙы бик ентекле итеп күҙ алдына баҫтырҙы, сығышын хас та  киң аудиторияла студенттар алдында лекция уҡығандай әҙерләгән. Һуңынан үҙе: « яҙмаларымды китапханала ҡалдырам, был әҫәр буйынса әҙерләнгәндә студенттар файҙаһын күрһен», тиһә лә беҙ апайҙы мәҡәләгә торошло яҙмаларын берәй редакцияға ебәрергә тәҡдим иттек. Ошо уҡ әҫәр буйынса сығыш яһаған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе Зөлфиә Йәғәфәрованың, уның урынбаҫары, профессор Вилә Баймырҙинаның, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булған Әлфиә Камалетдинова, Рәйсә Әбүзәроваларҙың сығыштарыла бик фәһемле булды. Китапхананың иң әүҙем китап уҡыусы булараҡ танылыу алған Гөлсөм Иралина яҙыусының үҙе уҡыған әҫәрҙәре буйынса фекерҙәрен еткерҙе. Һүрәтләнгән геройҙарҙың тормошсан булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Шул уҡ ваҡытта авторҙың геройҙарының ҡыланыштарының бәхәсле урындарына ла иғтибар итеүселәр табылды. Быныһы, әлбиттә, һәр уҡыусының үҙ тәжрибәһенән сығып һығымта яһауылыр…

     Ҡайһы ваҡыт әҫәрҙе уҡығанда, бигерәк тә һүҙ 1-се заттан алып барылһа , лирик герой менән авторҙы бутау ғәҙәте бар уҡыусыла. Был йәһәттән һәр уҡыусы үҙ зауығынан сығып эш итәлер.

Яҙыусының бала сағын күҙ алдына баҫтырыу ҙа һис артыҡ булмаҫ бөгөн.

-  Мин атайым менән әсәйемдең төпсөк балаһы. Мин тыуғанда атайыма 51, әсәйемә 41 йәш булған. Атайымдың яҙмышы бик фажиғәле. Уның йәшләй өйләнгән тәүге ҡатыны тифтан вафат була. Шул ҡатынынан тыуған улы 14 йәшендә молотилкаға ҡыҫылып үлеп ҡала. Икенсегә өйләнә. Уныһы ла һуғыш ваҡытында һаулығын ныҡ юғалтып, мандый алмай. Атайым үҙе разведканан тел алып ҡайтып килгән ваҡытта минаға баҫа, тәнендә шул минаның ун туғыҙ ярсығының ҡурҡыныс эҙҙәре бар ине. Яралары серей башлағас, врачтар уға ҡоро климатта йәшәргә кәрәк тиҙәр. Ғаиләһен алып Үзбәкстанға китергә мәжбүр була. Шул яҡта ҡатыны мәрхүм була. Ә был ваҡытта әсәйем дә, тол ҡалған фронтовик ҡатыны, балаһы менән шул тарафтарға эшкә юлланған була. Уның да шул бер генә балаһы 3 йәшлек сағында ҡапыл ғына ауырып китеп вафат була. Әсәйем шул ваҡытта атайымдың балдыҙҙары менән эшләгән була. Шулар, апалары үлгәс, атайым менән уның әсәйһеҙ ҡалған ун йәшлек һәм дүрт йәшлек улдарын йәлләп: “Шундай шәп абзыйыбыҙ бар, фронттан ҡайтҡан”, - тип, әсәйемә атайымды димләйҙәр, тик балалары барлығын ғына әйтмәйҙәр. Әсәйем ҡартайымдың ҡаҙаҡ дуҫында фатирҙа торған була, йәғни тауыҡ кетәгендәй генә булһа ла йәшәр урыны, хатта ул ҡаҙаҡ бабай алып биргән һыйыры булған була. Атайым менән шунда йәшәй башлайҙар, бер көн үтә, ике көн. Һыйырлы тормош һыйлы бит инде. Ә балалары был ваҡытта – кешелә, ярым ас ултыра. Атайымды выжданы ғазаплай. Әсәйем һөйләй торғайны: “Эштән ҡайтып, мейес янында аш бешереп торам. Ишек асылып ябылған һымаҡ булды ла, өндәшеүсе булмағас үрелеп ҡараным. Атайың бер улын етәкләгән, икенсеһен күтәргән дә, ишек төбөндә ап-аҡ булып баҫып тора. “Ҡыуып сығарһа, нишләрбеҙ?!” – тигәндәй ҡарашында ҡурҡыу. Мин аптырап ҡарағанмын да ҡатҡанмын. Шул саҡ ҡулындағы бала миңә ынтылып: “Әсәй!” – тине. Алдым да, ҡыҙымды юғалтыу ҡайғыһынан ҡанһырап торған күкрәгемә дауа һымаҡ итеп ҡыҫҡанмын”. Шулай йәшәп китәләр, апайым, ағайым, шунан мин тыуғанмын. Әлеге сабый булып килгән ағайым, әсәйемдең үҙ әсәһе түгеллеген белмәй үҫә, был хаҡта 16 йәшендә, атайымдың тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас ҡына кешеләрҙән ишетә.
Атайым мине хәтәр яратты, шундай ныҡ иркәләтте, хатта боҙоп, ҡотортоп үҫтерҙе, тип әйтергә була. Ҡот осмалы еңмеш, илаҡ булғанымды хатта үҙем дә хәтерләйем. Өлкән ағайым (атайымдың улы) армиянан ҡайтып мине күргәс, ҡурҡып: “Атай-әсәй, һеҙ кемде үҫтерәһегеҙ ул?” - тип аптыраған. Апайым менән ағайым да мине ныҡ яратты, Аллаға шөкөр, әле лә шулай, бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торабыҙ. Хәҙер уйлайым да, атайым менән әсәйем беҙҙе кеше өсөн иң мөһим булған нәмәгә – яратырға өйрәткәнен төшөнәм. Шулайтып, был донъя тик яратыуҙан тора, барыһы ла һине ярата икән тип уйлап үҫкән бала мин. Әлбиттә, яратылып үҫкән бала булыу шәхес булараҡ формалашыуға ныҡ ярҙам итте, был һөйөүҙең йылыһы менән яҡтыһы ғүмерем буйы етте, томошомдоң иң ауыр мәлдәрендә лә бирешмәҫкә ярҙам итте. Әммә кире яҡтары ла булды. Һин барыһы ла һине яратырға тейеш тип уйлап, шул һөйөүҙе башҡаларҙа эҙләп, уларға ярарға, оҡшарға тырышып ыҙалайһың икән. Кемдер ҡырын ҡараһа ла, ҡатыраҡ һүҙ әйтһә лә – трагедия. Ҡырҡ йәштәргә тиклем шул ауырыу менән ауырыным. Эргәмдәгеләрҙән, яҡындарымдан һөйөүҙең күп булғанын теләнем. Миңә йылымыс ҡына хистәр аҙ ине ине, ә ҡайнап, бешереп алып барғаны кәрәк булды. Хатта әхирәттәремдән дә оло мөхәббәт талап итер инем. Үҙем мөкиббән булам, йәнемде бүлеп һалам, башҡаларҙан да шуны көтәм... Ә бит һәр кемдең үҙ тормошо, үҙ мәшәҡәттәре, гел генә “өф” итеп йәшәп булмай. Һәм бына ошо һөйөү, йылылыҡ эҙләп өҙгөләнеү әҫәрҙәремә лә һағыш мөһөрө баҫҡандыр, моғайын. Юҡҡа ғынамы ни “Йөҙ ҙә бер ғүмерем” китабына эпиграф итеп бер Америка психологының: “Был донъя һөйөүгә сарсаған, бөтәһе лә һөйөүгә мохтаж, ләкин уны тик бик аҙҙар ғына бирә ала”, - тигән һүҙҙәрен ҡуймағанмын. Байтаҡ йәшәлде, хәҙер инде әйтә алам, мин үҙем донъяға ул һөйөүҙе бирә алдым. Улым менән ҡыҙымды ла ныҡ яратып үҫтерҙем, әле ейәнем менән ейәнсәремде иркәләтәм. Элек ҡайһы бер кеше: “Үтә иркә бала иҫәр кеүек булып китә”, - тиһә, “Ни тиклем шаштырып үҫтерелгән минән дә йүнле генә кеше сыҡҡан да инде”. – тип яуаплай торғайным. Хәйер, әлбиттә талапсанлыҡ та кәрәк, йәненән артыҡ күреп яратҡанын белһәм дә, атайымдың ҡарашынан уҡ ҡурҡып тора торғайным. Бер һирпелеп ҡарап ҡуйыуы етә, шунда уҡ артығыраҡ ҡыланғанымды аңлай инем.
Әсәйем үтә бипаулап бармай, ҡаты ғына була белә торғайны. Ул бик уҡымышлы кешенең ҡыҙы ине. Олатай Бохарала белем алған мулла, үҙ мәхәлләһе була. Совет власы килгәс, бар милкен властарға тапшыра ла, шул хаҡта ҡағыҙ яҙҙырып алып, оҙон арбаһына бер өйөр балаһын ултырып ил буйлап сыға ла китә. Ҡайҙа ғына йәшәмәй улар: Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан ҡалмай. Шулай йөрөп-йөрөп, Октябрьский ҡалаһының төҙөлә башлаған еренә килеп төпләнә. Әсәйем салт зиһенле, эште еренә еткереп башҡара белә торған, бөтмөр, тыныс. Донъялары сынъяһау булды. Атайым умарталар тотто, әсәйем баҡса үҫтерҙе, шундай тәмле итеп бешеренде, ялтыратып таҙалыҡ тотто. Килгән кеше: “Ожмахта йәшәйһегеҙ бит”, - тип әйтә торғайны.
Атайым минең һәләттәремә ныҡ иғтибарлы булды, үҫтерергә тырышты, бөтөн күңел байлығын һалды. Апайым менән ағайыма эш нығыраҡ тейҙе, әсәйем уларға донъя көтөү серҙәрен күберәк өйрәтеп ҡалған, ә миңә теше үтмәне, сөнки атайым “бала уҡыһын, бала уҡыһын” ти торғайны. Ҡулынан килмәгән эше булмаған ағайым йыш ҡына ғорурлыҡ менән: “Нәйлә әбейҙең университетында уҡыған кеше бит әле беҙ”, - тип әйтергә ярата. Шундай саҡта үкенә биреп: “Ә мин ул дәрестәрҙән ҡасып ҡалғанмын”, - тип ҡуям. Атайым да, әсәйем дә белем алыуға бик етди ҡарай ине. Аҙаҡтан, йылдар үткәс, уларҙың: ”Беҙ һеҙгә байлыҡ ҡалдыра алмайбыҙ инде, балалар. Тик беҙ һеҙгә юғары белем бирҙек, яратҡан һөнәрҙәрегеҙҙе алдығыҙ. Ҡалғаны үҙегеҙҙән тора”, тигәндәрен хәтерләйем. Әсәйем дә, атайым да йыш ҡына мәҡәл менән һөйләшә торғайны. Әсәйем: “Ата малы менән ул тормаҫ, әсә малы менән ҡыҙ тормаҫ”, тиер ине. Үҙҙәре байлыҡҡа ҡыҙыҡманы, беҙгә лә шуны һеңдергәндәр. “Тәрбиәле ашап, уңайлы кейемең булып, гәзит-журнал алдырырға мөмкинлегең булһа, артығы кәрәкмәй инде”, - тиерҙәр ине. Китап культы булған ғаиләлә үҫкәс, уҡырға иртә өйрәндем. Беренсе класта класташтарым “а” хәрефен өйрәнгәндә, мин парта аҫтына йәшереп “Башҡортостан пионеры” гәзитен уҡый инем. Унан “Журналист булам” тигәнемде шетеп ҡалған әлеге атайым, 4 класс балаһына китап ҡалынлығындағы “Журналист” журналын яҙҙыра башланы. Мин ул журналды ошо йәшемдә лә аңлай алмайым. Уҡытыусыларым Сылу Баҡый ҡыҙы Ураҡаеванан да, Роза Ахун ҡыҙы Яубасарованан да ныҡ уңдым. Саҡ төҫмөрләнгән һәләтемде лә күрә һалып, үҫендереп ебәрҙеләр. “Башҡортостан пионеры” гәзитенә яҙыша башланым, йәш хәбәрсе булдым, шиғыр конкурсында еңеп “Артек” пионер лагерында йәш хәбәрселәр сменаһында ял итеп ҡайттым. Атайымдың вафатынан һуң уның папка-папка ҡағыҙҙары араһында бала сағымдан алып төрлө гәзиттәрҙә сыҡҡан мәҡәләләрем, шиғырҙарымды ҡәҙерләп йыйып барғанын күреп, шул тиклем күңелем тулды, - тип хәтерләй ул үҙенең бала сағын..

«Оло тормошҡа ниндәй хыялдар менән аяҡ баҫтығыҙ? Ул хыялдарҙың ҡайһылары үтәлде, ҡайһылары үкенес булып ҡалды?» тип һорайҙар бер ваҡыт яҙыусынан…
- Бәләкәйҙән журналист булырға хыялландым. Шул хыялым тормошҡа ашҡас, үҙемде иҫ киткес бәхетле итеп тойҙом. Эш ни тиклем генә ауыр булмаһын, көн һайын байрамға барған һымаҡ ҡыуанып бара торғайным. “Совет Башҡортостаны”нда ун һигеҙ йыл эшләнем. Әле хәҙер бер урында үтә оҙаҡҡа туҡталғаныма үкенә биреп тә ҡуям. Редакциянан башҡа тормошто күҙ алдына ла килтерә алмағанлыҡтан, хәтәр генә мөмкинлектәрҙән баш тартҡан саҡтарым да булды. Ләкин репортерлыҡ ул йәштәр эше, гәзиттә эшләйһең икән, утыҙҙан үткәс йә шунда етәксе эштәргә күсергә, йәки гәзиттән китергә кәрәк, тип иҫәпләгәнгә күрә генә нәшриәткә күстем. Үҙем хушлашам, үҙем илайым. Шунда оҙаҡ йылдар бергә эшләгән ағайҙың: “Һине бынан кем ҡыуа, ғаризаңды йырт та ҡал”, - тигәнен хәтерләйем. Шуға ҡарамаҫтан киттем: “Мин меңәрләгән кешенән интервью алғанмын, инде үҙемдән алыуҙарын теләйем”, - тип яуаплағанымды иҫләп, көлөп тә ҡуям. Нисек кенә булмаһын, ғүмер буйы үҙемә ныҡ юғары талап ҡуйҙым, үҙ-үҙем менән ярыштым, бер урында күңелһеҙ булһа, мине бер нимә менән дә бәйләп ҡуймаҫлыҡ хәлгә килдем. Берәй эште ташларға теләйем икән иң төп аргумент: “Миңә ҡыҙыҡ түгел”. Әгәр эшләүе ҡыҙыҡ түгел икән, аҡса ла, башҡа сәбәптәр ҙә тота алмай. Был йәһәттән мин тулыһынса бойондороҡһоҙ ижад кешеһе. Шул уҡ ваҡытта, “Башҡортостан” мине эшләргә өйрәтте, унан һуң башҡа бер урында ла эшләү ҡыйын булманы. Ул яҡтан, аяуһыҙ, хатта үтә талапсан уҡытыусыларым, тиҫтәләрсә тапҡыр күсерттереп, илата-илата эшкә өйрәткән уҡытыусыларым Хәсән ағай Назаров менән Дәүләт Мәһәҙиевҡа рәхмәт уҡымаған көнөм юҡ. Ғөмүмән, уҡытыусыларымдан ғүмер буйы уңдым, шуларҙың береһен, әҙәбиәт уҡытыусым - иҫ киткес кеше һәм педагог Фәрзәнә Фәйез ҡыҙы Абдуллинаны әйтеп китмәһәм гонаһ булыр. Ә илле йәшемдә инглиз телендә сит илдәрҙә эшләргә һәм юғары уҡыу йорттарында уҡырға хоҡуҡ биргән бик ауыр имтиханға йыл ярым эсендә әҙерләгән уҡытыусым Лина Рәхим ҡыҙы Смакованы гениаль уҡытыусым тип иҫәпләйем. Тыйнаҡһыҙлыҡ күренһә лә әйтмәй булдыра алмайым, һикһән ике йәшлек уҡытыусым мине гениаль уҡыусым, тип маҡтай торғайны. Тырышлыҡ ике яҡтан да булмаһа, ысынлап та, уңышҡа ирешеү мөмкин түгелдер.»  Гениаль яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның ошо яуабынан ғына ла күпме фәһем алырға була.

    Күренекле башҡорт яҙыусыһы, журналист, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы (1996) һәм СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, шулай уҡ Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабы еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара туры дипломаты Гөлсирә Мирза ҡыҙы Гиззәтуллинаны Стәрлетамаҡта йәшәүсе китап һөйөүселәр исеменән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ, уға ижад ҡомары теләйбеҙ…Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ һеҙҙе яратабыҙ, Гөлсирә апай. Сөнки һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙең геройҙары ифрат та тормошсан, улар – беҙҙең арала…

Римма ҒӘЛИМОВА.

 

Геройҙары тормоштан алынған
Геройҙары тормоштан алынған
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: