Ашҡаҙар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
5 Июль 2022, 10:35

БАЙРАМДА ҠАЙҘА БАРЫРҒА?

Быйылғы Ҡорбан байрамы 9 июлгә тура килә. Стәрлетамаҡтың бөтә мәсеттәрендә лә, шулай уҡ Отрадовкала ла байрам намаҙҙары үткәреләсәк:

5:15 – «Мәрйәм» мәсете ( Отрадовка);
6:45 –  «Халид бин Валид» мәсете  (Тыныслыҡ урамы, 15);
9:00 – иҫке мәсеттә ( Латип урамы, 47);
9:30 –  «Мөхәммәтсәлим» мәсете ( Ҡаранай Моратов урамы, 9).

Быйыл Стәрлетамаҡта Ҡорбан байрам барған ваҡытта дини йоланы үтәү өсөн Строймаш ҡасабаһы эргәһендә лә махсус  майҙансыҡ ( Бабушкин урамы, 173) ойоштороласаҡ. Ул элекке «Башпртребсоюздың Стәрлетамаҡ әҙерләү-етештештереү берекмәһе» ҡулланыусылар йәмғиәте биләмәһендә урынлашҡан (картаһы тәҡдим ителә). Был майҙансыҡта өс көн буйы, йәғни 9, 10 һәм 11 июлдә хәйер һалырға мөмкин буласаҡ.

Шулай уҡ был көндө (9 июль)  «ҠАЛАТУЙ – 2022» байрам программаһы ла ойоштороласаҡ. Ул Ҡаранай Моратов урамы, 13-сө йорттағы «Мөхәммәтсәлим» мәсетендә сәғәт 10-00 башланасаҡ. Милли диаспораларҙың милли ашханалары эшләйәсәк. Шулай уҡ  спорт майҙансыҡтары һәм аттракциондар, шәжәрә аллеялары һәм ҡул оҫталарының эштәре менән танышырға мөмкин буласаҡ, ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ. Уҡсылар республика турниры, ат ярыштары һәм мотокросс ойоштороласаҡ. Рәхим итегеҙ!

БАЙРАМДА ҠАЙҘА БАРЫРҒА?
БАЙРАМДА ҠАЙҘА БАРЫРҒА?
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: