Ашҡаҙар
+15 °С
Ясно
Белмәй ҡалмағыҙ
7 Июля 2022, 06:35

Аэрофлот Төркиәнең Бодрум һәм Даламан ҡалаларына рейстарҙы тергеҙә

Аэрофлот 15 июлдән — Бодрумға, ә 17 июлдән Даламанға рейстарҙы тергеҙә, тип хәбәр итте компанияның матбуғат хеҙмәте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Аэрофлот Төркиәнең  Бодрум һәм Даламан ҡалаларына рейстарҙы тергеҙәАэрофлот Төркиәнең  Бодрум һәм Даламан ҡалаларына рейстарҙы тергеҙә
Аэрофлот Төркиәнең Бодрум һәм Даламан ҡалаларына рейстарҙы тергеҙә

Бодрумға рейстар Мәскәүҙән көн һайын түбәндәге расписание буйынса башҡарыла (урындағы ваҡыт):

SU2120 Шереметьево (SVO-C) — Бодрум 10.10, 16.00

SU2121 Бодрум — Шереметьево (SVO-C) 17.10, 22.35.

Даламанға рейстар аҙнаһына өс тапҡыр дүшәмбе, кесаҙна һәм йәкшәмбе көндәрендә Airbus A320 самолеттарында (урындағы ваҡыт):

SU2122 Шереметьево (SVO-C) — Даламан 18.35, 00.20

SU2123 Даламан — Шереметьево (SVO-C) 01.30, 07.00.

Бынан алда «Башинформ» 1 июлдән «Аэрофлот» һәм «Рәсәй» авиакомпанияларының «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан осоштар йышлығын арттырыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас