Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
7 Июль 2022, 11:00

Бөгөн – Бөтә донъя «бәхет гармоны» көнө…

Икенсе төрлө әйткәндә, һүҙ - шоколад көнө тураһында бара. Был байрамды беҙҙә 7 июлдә,11 июлдә,13 сентябрҙә һәм 20 ноябрҙә билдәләйҙәр.  

 

Байрамдың үҙенә күрә тарихы бар. Индеецтар какао ағасының емештәренән эсемлек яһағандар һәм уны “чоколатль” тип йөрөткәндәр. Ә Испания халҡы был эсемлекте сәй һәм ҡәһүә урынына ҡулланған, ләкин хаҡы бик ҡиммәт булған. Европала  тәүҙә шоколадты тәм-том тип ашамағандар, ә дарыу итеп ҡулланғандар.

«Ысын, сифатлы шоколадта файҙалы матдәләр шаҡтай күп». тип билдәләй белгестәр.. Уны “бәхет гармоны” тип тә йөрөтәләр. Ҡараһы йөрәк өсөн бик тә файҙалы. Составында антиоксиданттар күп бит,шуға артериаль ҡан баҫымын кәметә. Көн һайын 100 грамм шоколад ашау йөрәк ауырыуҙарынан һаҡлай. «Был көндө күпме теләһәгеҙ, шул тиклем шоколад  ашарға мөмкин, ауырлығығыҙға зыян килмәйәсәк,» тиһәләр ҙә сама белергә кәрәк. Күңел күтәрерлек кенә ашағыҙ, байрам кәйефе зыянға булмаһын.

Римма ҒӘЛИМОВА.

 

 

Бөгөн – Бөтә донъя «бәхет гармоны» көнө…
Бөгөн – Бөтә донъя «бәхет гармоны» көнө…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: