Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
7 Июль 2022, 11:00

Һылыулыҡ конкурсына ашығығыҙ!

Башҡортостан һылыуҙарын йыл да уҙғарылып килгән «Мисс Республика-2022» матурлыҡ конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Кастинг Өфөлә 7 июлдә сәғәт 18.00-дә «ULTRA» сауҙа-мәҙәни үҙәге сәхнәһендә (Баҡалы урамы, 27).   

Конкурс, Башҡортостанды шөһрәтле халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй  матурлыҡ конкурстарында һәм башҡа проекттарҙа күрһәтеү өсөн,  республиканың талантлы, матур, һәр эшкә маһир иң шәп ҡыҙҙарын асыҡлай.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурста ҡатнашыу өсөн буйы 168 см, 15 йәштән алып 25 йәшкә тиклемге, кейәүҙә булмаған һәм балаһыҙ, хөкөмгә тарттырылмаған, күренеп торған яра эҙе һәм тату эҙе һәм насар ғәҙәттәре булмаған ҡыҙҙар саҡырыла.

  Заявкалар почта аша  [email protected] ҡабул ителә. Унда конкурста ҡатнашыусының исем-шәрифе, буйы, йәше, йәшәгән урыны, телефон һандары һәм ике фотоһүрәте булырға тейеш.

Конкурстың финалы 13 августа  «Торатау»  Конгресс-холында буласаҡ. Финалға үткән ҡыҙҙар өсөн фото һәм видео проекттар, дефиле, бер ҡиәфәттәге фотоға төшөү буйынса дәрестәр һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

Р.ЗАМАНОВА.

Һылыулыҡ конкурсына ашығығыҙ!
Һылыулыҡ конкурсына ашығығыҙ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: