Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
10 Июль 2022, 08:00

РУХИ АҘЫҠ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮСЕЛӘР

  Тормошта ике нәмәһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереп булмай: магазинһыҙ һәм почтаһыҙ…

Магазинға беҙ көндәлек тамаҡты хәстәрләп йөрөһәк, почтаға гәзит-журналдар алып рухи аҙыҡ менән туҡланыр өсөн, тиһәм дә һис арттырыу булмаҫ. Почтальондарҙың тынғыһыҙ хеҙмәтен көн дә күрәбеҙ, уларҙың үҙ вазифаларын еренә еткереп, яратып башҡарыуҙарына шаһитбыҙ. Бер почтала бурыстарын яҡшы башҡаралар, икенсеһендә насарыраҡ тип әйтеп тә булмай. Бар ерҙә лә тәртип, һәр ҡайҙа йылы мөнәсәбәт тип билдәләп үтер инем. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн һүҙебеҙ матбуғатҡа яҙҙырыу буйынса үткән ярты йыллыҡта 100 процентты уҙҙырып ебәргән, ә икенсе ярты йыллыҡҡа 70 процент тәшкил итеп, алдынғылар рәтендә булған  30-сы почта бүлексәһе тураһында.

    Был бүлексәне 2015 йылдан алып  Индира Ғаяз ҡыҙы Пуйгина етәкләй. Ул был тармаҡҡа  Стәрлетамаҡ педагогия училищеһын тамамлағандан һуң тормошҡа сығып, декрет ялында булып, аҙаҡ хеҙмәт юлын  15-се почта бүлексәһендә ябай почтальон булып башлай. Ике йыл эшләгәндән һуң уны 30-сы бүлексәгә оператор итеп күсерәләр. Ә инде өс йыл үткәс  оператор булып  эшләгән тырыш ҡыҙҙы  Имай Насыри урамындағы 9-сы бүлексәгә начальник урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Йыл ярым был вазифала эшләгәс,  йәш ҡатын икенсе тапҡыр декрет ялында була һәм ошо уҡ бүлеккә начальник вазифаһында эшкә сыға. Бында ике кешелек коллектив менән идара итһә, ике йыл үткәс уны ҡабаттан, үҙе  ҡасандыр оператор булып эшләп киткән 30-сы почта бүлексәһенә етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Бөгөн иһә  уның ҡулы аҫтында ун  почтальон,  биш оператор эшләй. Улар ошо Гоголь урамында урынлашҡан бүлексәнән алып Колхоз баҙарына тиклем булған урамдарҙы хеҙмәтләндерә. Һәр хат ташыусыға 14- бейек йортто һәм 140-150 шәхси йортто хеҙмәтләндерергә тура килә икән. Эш көнө менән иҫәпләшеп тормайҙар, кәрәк саҡта төнгә тиклем ултырырға ла тура килә уларға. Почтальондар етешмәй. Шуға күрә почта тотҡарланған саҡтар ҙа булғылай икән. Әлеге ваҡытта был бүлексәгә  өс  почтальон кәрәк.

«Бөтә хеҙмәтегеҙҙе ошо тармаҡҡа арнаған кеше булараҡ, әйтегеҙ әле, почта хеҙмәте элекке йылдар менән сағыштырғанда ныҡ айырыламы?» тигән һорауға ул:

«Эшемде бик яратам. Әлбиттә, элек эшләүе  күпкә еңелерәк була торғайны. Хәҙер һалым хаттары өйөлдө, план өҫтәлде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, планды үтәп киләбеҙ. Ойошторолған конкурстарҙа үҙебеҙҙе күрһәткән осраҡтар булды. Гәзит-журналдарҙы алдырыусылар һаны кәмей төштө. Уның ҡарауы почта эсендә кәрәкле аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары менән сауҙа итеп планкабыҙҙы төшөрмәйбеҙ», - ти Индира Ғаяз ҡыҙы  Ә инде хушлашыр алдынан коллегаларына ихлас мөрәжәғәт итеп:

 «Хөрмәтле почта хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе Рәсәй почтаһы көнө айҡанлы ысын күңелдән ҡотлайым!
Почта хеҙмәте элек-электән йәмғиәт тормошонда айырым урын биләгән тармаҡтарҙың береһе. Ул, иң ышаныслы бәйләнеш сараһы булараҡ, халыҡ араһында ҙур ихтыяж  менән файҙалана, киң аралашыу мөмкинлеге бирә, иҡтисадтың тауар әйләнеше тармағын тулыландыра. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар, ғаиләгеҙҙә именлек теләйем! Артабан да һеҙҙең ярҙамығыҙ менән һәр йортҡа яңылыҡтар, шатлыҡ-һөйөнөстәр генә килеп торһон,» - тине. Индира Пуйгина етәкләгән 30-сы почта бүлексәһе йөҙөндә ҡалабыҙҙың барлыҡ почта бүлексәләрендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе лә һөнәри байрамдары менәнә ҡотлап, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Римма ҒӘЛИМОВА,

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

 

РУХИ АҘЫҠ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮСЕЛӘР
РУХИ АҘЫҠ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮСЕЛӘР
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: