Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
13 Июль 2022, 18:15

Рөхсәт ителгән урында ғына йөҙ!

Һауа торошоноң ҡапыл ҡыҙҙырып ебәреүе – күптәрҙе һыу буйҙарына ылыҡтырҙы. Быны иҫәптә тотоп рөхсәт ителмәгән һыу инеү урындары буйынса рейдтар көсәйтелде. Полиция хеҙмәткәрҙәре, янғын хеҙмәте һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте, Авария- ҡотҡарыу отрядынан торған рейд төркөмөнә беҙ ҙә ҡушылдыҡ.

«Шайтаночка» кафеһы артындағы ҡомо-ташы булмаған, мәте-ләмдән генә торған һыу буйында өс бәлиғ булмаған үҫмерҙәрҙең йөҙөп йөрөүенә юлыҡтыҡ. Улар менән аңлатыу эше үткәреп, ҡулдарына иҫкәрмә тоттороп, өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙек. «Бында һыу инеү тыйыла» тигән таҡта алып ырғытылған булып сыҡты.

Икенсе адрес менән китеп барғанда Халтурин урамындағы йылға буйында һыу инергә тыйылған урында «кеше батып үлгән» хәбәрен ишетеп, шунда боролдоҡ. Беҙ килеп етеүгә 1967 йылғы ҡатын яҡты донъя менән бәхилләшкән ине инде. Килеп еткән «Тиҙ ярҙам» ҙа бары тик үлем осрағын ғына теркәне. Ә бит был хәл күптәрҙе уйландырырлыҡ булһа ла, ошо тыйылған урында кәйеф-сафа ҡороп, спиртлы эсемлектәр һемереп ултырыусыларҙың иҫе лә китмәне. Етмәһә, эргәләрендә береһенән-береһе ваҡ балалары бар. Кеше аңына барып етһен өсөн тағы ла нисә үлем осрағы булырға тейеш һуң ул?!

Аҙаҡҡы Пугачев урамы ҡаршыһындағы һыу буйында йөҙөүселәр барыһынан да тыйнағыраҡ булып сыҡты, формала килгән кешеләрҙе күреү менән берәм-берәм ҡасып бөттөләр. Авария-ҡотҡарыу ойошмаһы етәксеһе Пивторян Дмитрий Николаевич белдереүенсә, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүселәр өсөн 3 мең һум штраф ҡаралған. Әйткәндәй, булған пляждың ваҡытлыса ябылып тороуы – октябрь айына тиклем һуҙыласаҡ төҙөлөш эштәренә бәйләнгән. Һыу инергә теләһәгеҙ рөхсәт ителгән Ағиҙел буйына барып һыу инегеҙ, йәмәғәт! Ғүмерҙәр бер генә тапҡыр бирелгәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ! Ошо көндәрҙәге 4 үлем осрағы буйынса тикшереү барыу һеҙҙе уйландырһын ине. Үткән өс көн байрамда ғына Республикала 11 кешенең батып үлеүе лә осраҡлы хәл түгел бит… Ә бәлә эргәлә генә булыуына ишара.

Римма ҒӘЛИМОВА,

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

 

Автор:Римма Галимова
Читайте нас: