Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
19 Август 2022, 11:15

Бушлай кино ҡарағыҙ!

Бөгөн, 19 августа, Стәрлетамаҡтағы Гагарин паркында "Асыҡ һауала кино" проекты сиктәрендә сәғәт 20-00-дә ҡала халҡы өсөн "Йыл ғаиләһе" фильмын бушлай  күрһәтеү ойошторола.

Артабанғы көндәрҙә ҡала халҡына һәм килгән ҡунаҡтарға башҡорт кинематографының популяр фильмдары һәм шулай уҡ башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәре  буйынса ғаилә ҡиммәттәренең мәңгелек  темаһына һәм быуындар бәйләнеше темаһына рус һәм башҡорт телдәрендә фильмдар тәҡдим ителәсәк.

Проект  Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы  гранты аҡсаһына  «Беҙ бергә - Мы вместе!» проекты сиктәрендә  тормошҡа ашырыла.

Киносеанстар афишаһы:

19 августа 20-00 сәғәттә "Йыл ғаиләһе"

21 августа 20-30 – "Өфөнән һөйөү менән"

22 августа 20-30 –"Әсе бал"

23 августа 20-30 – "Елғыуар"

24 августа 21-00 – "Ай һәм  Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән?"

25 августа 20-30 – "Саптар"

26 августа 20-30 – "Һеңлекәш"

27 августа 20-30 – "Өс таған отряды"

28 августа 20-30 – "Алдар менән күк бүре"

29 августа 20-30 сәғәттә "Еңмеш" фильмы күрһәтелә.

Р.УСМАНОВА.

Бушлай кино ҡарағыҙ!
Бушлай кино ҡарағыҙ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: