Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
30 Сентябрь 2022, 12:35

Машиналы кешеләр күнегер ул…

1октябрҙән Рәсәйҙә ОСАГО ҡағиҙәләре үҙгәрәсәк. Айырып әйткәндә, хәҙер стравкалау компаниялары машина номеры үҙгәреүе хаҡында автоматлаштырылған система буйынса автомобилист ҡатнашлағынан башҡа ла белә аласаҡ. 

Был иһә һуңғыларының тормошон ябайлаштырасаҡ. Сөнки ОСАГО полисын автомобилде  ЮХХДИ-ла теркәгәнсегә тиклем алып өлгөрөргә кәрәк. Быға тиклемге тәртипкә ярашлы, автомобиль хужаһы машинаның номерын алыштырғанда өс көн эсендә страховкалау компанияһына  үҙе хәбәр итергә тейеш ине. Шулай уҡ яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, ОСАГО полисы хужаһы, автомобилен  һатҡан осраҡта ла, страховкалау компаияһына яҙма хәбәр итергә тейеш. 1 октябргә тиклемге нормаларға ярашлы,  милексенең алышыныуы тураһында хәбәр итеү граждандарҙың бурысы түгел, ә страховка ғәмәлдә булған ваҡытта аҡсаның бер өлөшөн ҡайтарып алырға  хоҡуғы ине.

      Тағы ла бер үҙгәрешкә килгәндә, 1 октябрҙән юл-хәрәкәт фажиғәһендә ҡатнашыусыларға  шаһиттарҙың фамилияларын, адрестарын яҙып алыуҙы, шулай уҡ уларҙы юл-хәрәкәт фажиғәһе тураһындағы извещениеларҙа күрһәтеүҙе тыя. Һуңғы үҙгәреш иһә юл-транспорт фажиғәһендә зыян күреүселәрҙе, ҡыҫылышы булмаған   техник экспертиза йәки  автомобилде баһалау менән, уның ғаризаһынан тыш та страховкалаусы компаниялар таныштырырға  тейеш.

Һәр яңылыҡ ҡыйынлыҡ менән ҡабул ителһә лә, был үҙгәрештәргә лә машиналы кешеләр күнегер, тип ышанғы килә.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Машиналы кешеләр күнегер ул…
Машиналы кешеләр күнегер ул…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: