Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
1 Октябрь 2022, 17:10

Яҡташыбыҙ Михаил Бравцев менән хушлаштыҡ…

Бөгөн беҙ тағы ла бер яҡташыбыҙ - кесе сержант Михаил Александрович Бравцев менән хушлаштыҡ. Ул махсус хәрби операцияла һәләк булды. Уның менән хушлашыуҙа  БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары  Артур Ғафаров, һалдаттың ата-әсәһе, туғандары һәм яҡындары килгәйне.

- Беҙ бөгөн Ватаныбыҙҙың илһөйәр егете Михаил Александрович Бравцевты һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ул Ватанды һаҡлауҙы  һайлап, уны яҡлап һәләк булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иптәштәре артына йәшенмәгән  иң ҡыйыу егеттәребеҙ һәләҡ була. Михаил Александрович шундайҙарҙың тап береһе ине. Мәңгелек дан һәм мәңгелек хәтер һиңә, Михаил! – тине Артур Рәзил улы.

 Ә Михаил Бравцев тамамлаған 10-сы  мәктәптең директоры Ольга Асаева  ла уның яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Михаил Александрович Бравцев хәрби бурысын үтәгәндәге батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ» ордены менән үлгәндән һуң бүләкләнде. Яҡташыбыҙ хаҡында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: Ҡала хакимиәте башлығының рәсми сайтынан алынды.

Яҡташыбыҙ  Михаил Бравцев менән хушлаштыҡ…
Яҡташыбыҙ Михаил Бравцев менән хушлаштыҡ…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: