Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
4 Октябрь 2022, 11:37

Өфөлә һалым инспекцияһы тарафынан "Юл ыңғайы түләп ҡуй" акцияһы старт ала

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы “Юл ыңғайы түләп ҡуй” акцияһын ойоштора. Акция 2021 йыл буйынса физик шәхестәрҙән милек буйынса һалым түләүгә бәйле мәғлүмәт кампанияһы башланыуы менән бәйле.

Өфөлә һалым инспекцияһы тарафынан  "Юл ыңғайы түләп ҡуй"  акцияһы старт ала
Өфөлә һалым инспекцияһы тарафынан "Юл ыңғайы түләп ҡуй" акцияһы старт ала

Акцияның төп маҡсаты Башҡортостан халҡын һалым грамоталылығы менән таныштырыу, 2021 йылға һалым түләү буйынса белдереү алыу тураһында мәғлүмәт еткереү, һәм Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең сайтында шәхси кабинет аша “Физик шәхестәрҙең шәхси кабинеты”, “Һалым һәм иғәнә түләү” интерактив сервистары һәм “Налоги ФЛ” мобиль ҡушымтаһы менән ҡулланыу, улар аша һалымды дистанцион рәүештә түләргә өйрәтеү.

Акция сиктәрендә үҙ эшен мобиль һалым офисы ла башлай, бренд яҙыуҙары менән биҙәлгән микроавтобусты иң тәүҙә Өфөлә күрергә мөмкин буласаҡ, артабан ул октябрь дауамында күп һорау һәм мөрәжәғәттәр килгән район һәм ҡалаларға ла барып етәсәк.

Һалым хеҙмәте инспекторҙарына һорауҙарығыҙҙы ҡыҙыу линия телефоны аша 7(347) 226-38-00 ғына түгел, ә юл ыңғайы, мобиль офис эргәһенән үтеп барғанда ла үҙҙәренә мөрәжәғәт итеп консультация ала-алаһығыҙ.

Өфөлә һалым инспекцияһы тарафынан  "Юл ыңғайы түләп ҡуй"  акцияһы старт ала
Өфөлә һалым инспекцияһы тарафынан "Юл ыңғайы түләп ҡуй" акцияһы старт ала
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: