Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
5 Октябрь 2022, 11:30

Имен йәшәү уларға бәйле...

      Кисә ҡала хакимиәтендә Граждандар оборонаһы ойошторолоуға 90 йыл тулыу уңайынан тантаналы сара уҙҙы. Сафтағы хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов ҡотланы.

- Граждандар оборонаһы –  ябай булмаған юл менән үҫешкән  көслө һәм  ҡеүәтле система. Бөгөн беҙ тармаҡ ветерандарын данлайбыҙ, әлеге хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотлайбыҙ. Һеҙ үҙ эшегеҙҙең оҫталары. Гараждандар оборонаһы системаһының  һәр звеноһы беҙҙең граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә айырыуса мөһим, - тип билдәләне Рөстәм Фәрит улы. - Был байрамда Граждандар оборонаһы хеҙмәткәрҙәренә көсөргәнешле, ғәҙел һәм изге  хеҙмәтегеҙ һәм оҫталығыҙ өсөн рәхмәт әйтәм.  Тармаҡ  ветерандарына айырым рәхмәтемде еткерәм. Барығыҙға ла бәхет, сәләмәтлек, именлек һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем.

     Хеҙмәттәштәрен шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәттең 14-се янғын-ҡотҡарыу отряды начальнигы урынбаҫары Евгений  Решетников та ҡотланы. Ул ветерандарҙың йәш быуын  менән тығыҙ бәйләнештә булыуы, тупланған тәжрибәне һәм белемде тапшырыуы мөһимлеген, тәбиғи һәм  техноген хәүефтәргә даими  әҙер булыу кәрәклеген билдәләп үтте. Был көндө өс тиҫтәнән ашыу үҙ эшенең оҫталары булған хеҙмәткәргә һәм ветерандарға  Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Тантаналы сараны  Ҡала мәҙәниәт һарайы йырсылары Айгөл Хәмзина, Инсаф Ғәлимов, Александр Швецов биҙәне.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: ҡала хакимиәтенең рәсми сайтынан алынды.

 

Имен йәшәү уларға бәйле...
Имен йәшәү уларға бәйле...
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: