Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
9 Октябрь 2022, 08:00

Шатлыҡтарҙан ғына торһон килгән хаттар…

Билдәле булыуынса, 1939 йылда Буэнос-Айреста уҙған Бөтә донъя почта союзы Конгресында йыл һайын 9 октябрҙә Бөтә донъя почта союзы көнөн билдәләргә тәҡдим ителә. Бөтә донъя почта союзы мәғлүмәттәренә ярашлы, халыҡ-ара почта үҙенең 6,8 мең клиенты телендә һөйләшә һәм донъяла иң оҙон почта ташыусы селтәр булып тора. Байрам шулай уҡ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының бөтә донъя һәм халыҡ-ара көндәре системаһына ингән һәм донъяла почта хеҙмәтләндереүен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға өндәй.

Шулай итеп,  Бөтә донья почта көнө, йыл һайын билдәләнә торған Халыҡ-ара  байрамдарҙың береһе булараҡ, 9 октябрҙә үткәрелә.  Ошо уңайҙан беҙ ҡаланың 4-се  почта бүлексәһендэ ҡырҡ йыл(!) хат ташыусы булып эшләүсе Надежда Николаевна Кононова менән осраштыҡ. Бүлексә етәксеһе Ирина Анатольевна Корнейчук билдәләүенсә, Надежда Николаевнаның бөтә ғүмерен ошо һөнәргә арнауы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Бүлексә Надежда Николаевна һымаҡ үҙ оҫталарына таянып эшләй. Бында эшкә килгән йәштәргә ярҙамсы ла, остаз да, өлгө лә икән ул. Күпте күргән, күпкә өлгәшкән почта хеҙмәкәренән нисек хат ташыусы булып китеүе тураһында һорашҡас, шундай тормош юлы күҙ алдына баҫты...

Миәкә районының Покровка ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙың әсәһе үлеп ҡалғас, ул 8-се кластан һуң апай тейешле кешеләрендә йәшәй башлай һәм шул тарафтарҙа хат ташыусы булып эшләй. Аҙаҡ Стәрлетамаҡта икмәк бешереүсе-кондитер һөнәрен үҙләштерә һәм тормошҡа сыға. Уға уҡыған һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй. Йәштәр “Строймаш” ҡасабаһында йәшәй, шул арала улдары ла тыуа, Надежда  ошонда эшкә урынлашҡан 5-се почта бүлексәһендә 11 йыл эшләй. Ә инде ҡаланан фатир алғас, 12-се почта бүлексәһенә күсә. Почта бүлексәләре ҡушылғас, 4-се бүлексә булып китә улар.

“Сода” биҫтәһендәге һәр йортта кемдәр йәшәүе уға барыһы ла таныш тиерлек. Редакция менән уртаҡ таныштарыбыҙ ҙа бар булып сыҡты: шағирәбеҙ Сәсәниәгә “Ашҡаҙар” гәзитен, “Ватандаш”, “Ағиҙел” журналдарын нәҡ Надежда Николаевна килтерә. Уның ҡарамағында, ғөмүмән, шәхси секторҙа 600 йорт булһа, тағы ла  12 йорт – күп ҡатлы  йорттар икән. Шәхси йорттарҙағы эт хужалары менән дә уртаҡ тел тапҡан ул хатта.

– Элек совет заманында эшләүе еңелерәк ине, эш араһында балаларҙы ла үҫтерҙек. Ә бит ул ваҡытта “Труд” һәм “Комсомольская правда” гәзиттәрен меңәрләп ташый инек, үҙгәртеп ҡороу, 2000-се йылдарҙа иһә “Ашҡаҙар”ҙы күп тараттым, сумкаларға һыймаған гәзиттәрҙе ҡулға тотабыҙ, хаттар кеҫәлә. Ә күпме асылма (открытка), конверттар һата инек, – тип хәтер ебен систе Надежда Кононова. – Тағы ла шуны өҫтәгем килә, бигерәк тә эшһеҙ йөрөгән йәштәргә теләк булғанда почта хеҙмәткәре вакансияһы һәр саҡ бар бит, – тип тә әйтеп уҙҙы  ул. Үкенескә ҡаршы, почтала эшләргә бик атлығып тормайҙар шул. Күптәре оҙаҡҡа сыҙамай тиерлек. Ә график уңайлы бында. Бигерәк тә йәш балалы әсәләр өсөн. Әле бында бер нисә ай ғына эшләүсе Әлфиә Кәримова менән Ольга Ваганова  эштәренән дә, остаздарынан да бик ҡәнәғәт.

Надежда Николаевнаға һәр яҡлап һоҡланмау мөмкин түгел. Ул балаларын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырған. Бер генә үкенесе бар уның тормошта: юрист булырға хыялланған ул. Тик йәшләй генә әсәйһеҙ ҡалғас, уҡырға мөмкинселеге булмаған уның… Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның  аралашҡан  матбуғат дуҫтары араһында судьялар, адвокаттар, юристар ҙа бар икән. Ҡырҡ йыл ғүмерен бер һөнәргә бағышлаған кеше – абруйлы кеше ул барыбер! Кем булып эшләһә лә... Ана бит, эшенән барыбер бәхет тапҡан!

Надежда Николаевна Кононова йөҙөндә бөтә почта хеҙмәткәрҙәрен дә байрамдары менән ҡотлап, бигерәк тә әлеге ваҡытта бары тик шатлыҡлы хәбәрҙәр, ҡыуаныслы хаттар ғына ташыуҙарын теләйек.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Шатлыҡтарҙан ғына торһон килгән хаттар…
Шатлыҡтарҙан ғына торһон килгән хаттар…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: